9 декабрь, Йома

26 июнь 2010 йыл, 9:00

Уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар көнө менән!

автор: “Башинформ”

Бөгөн Рәсәйҙә Уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ижади эш хеҙмәткәрҙәре исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Был байрамды талантлы һәм дәртле белгестәр билдәләй. Улар араһында ғалимдар һәм техниктар, эшселәр һәм инженерҙар – даими яңылыҡ эҙләүселәр, производствоны камиллаштырыу, алдынғы техника уйлап табыу һәм уны практикаға индереү менән әүҙем шөғөлләнеүселәр бар. Һеҙҙең эшкәртмәләрегеҙ һөҙөмтәлерәк һәм экономиялыраҡ технологиялар булдырырға мөмкинлек бирә, кешеләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.  

Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге ярайһы уҡ юғары кимәлдә алып барыла. Былтыр уйлап табыуҙарға бирелгән заявкалар һаны буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында – һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды яуланы.

Һәр йыл һайын һеҙҙең эшкәртмәләрегеҙ Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә танылыу таба. Улар абруйлы фәнни-техник ижад конкурстарында, ҙур фәнни һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә миҙалдар һәм дипломдарға лайыҡ була.  

Даими ижади эҙләнеү, инновацион йүнәлеш арҡаһында Башҡортостан уйлап табыусылары һәм рационализаторҙары киләсәктә лә тыуған республикабыҙҙың һәм бөтә илдең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерер, тип ышанам.  

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, ҡыйыу идеялар һәм яңы ижади ҡаҙаныштар теләйем!  

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».