7 декабрь, Шаршамбы

25 июнь 2010 йыл, 10:46

Президент Учалы районында булды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

24 июндә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов вертолетта осҡан ваҡытта  Учалы районында булды. Республика башлығы июнь башында көслө янғындан зыян күргән Ураҙ ауылындағы тергеҙеү эштәре барышын тикшерҙе.  

Янғын эҙемтәһендә туғыҙ шәхси хужалыҡ тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. Ҡорбандар юҡ, ләкин 19 кеше торлаҡһыҙ ҡалған. 6 миллион һумға яҡын зыян килгән.

Мортаза Рәхимов ауыл халҡы менән осрашты, янғында зыян күргән кешеләргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ республика Президенты йорттары янған кешеләр өсөн яңы йорттар һалыу барышы менән танышты. Төҙөлөш өсөн бүленгән яңы участкаларҙа торлаҡ йорт, мунса, хужалыҡ ҡаралтылары ҡалҡып сығасаҡ. Нигеҙ һалынып, туғыҙ бура күтәрелгән дә инде. Янғында юҡ ителгән йорттарҙы тергеҙеү өсөн республика бюджетынан 6 миллион һум аҡса бүленгән.

Республика Президентына Ураҙ ауылы халҡына район предприятиеларының да ҙур ярҙам күрһәтеүен әйттеләр. Мәктәп йәшендәге балаларға һауыҡтырыу лагерҙарына түләүһеҙ путевкалар биреләсәк, мәктәпкәсә йәштәгеләр шифаханаларға оҙатыласаҡ.

Ураҙ ауылы халҡы Башҡортостан етәкселегенә ваҡытында ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Мортаза Рәхимов республикала йәшәүсе халыҡтың бер ваҡытта ла ауыр хәлдә ҡалдырылмаясағын, уларға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеләсәген билдәләп үтте.

Учалы районына сәфәр сиктәрендә Мортаза Рәхимов «Байрамғол» агрофирмаһының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Башҡортостан Президенты предприятиеның етештереү биналарында булды, йәш малдар өсөн 200 башҡа иҫәпләнгән корпус төҙөлөшөн ҡараны. Объектты быйыл августа сафҡа индерергә планлаштырыла. Шулай уҡ республика башлығы агрофирманы мал аҙығы менән тәьмин итеү мәсьәләләре һәм уны әҙерләү барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Республика Президенты Мортаза Рәхимовтың эш сәфәрендә Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты.