8 декабрь, Кесе йома

25 июнь 2010 йыл, 10:11

«Ғәскәровсылар» Көньяҡ Кореяға гастролгә сыға

автор: Әлфиә Әһлиуллина

30 июндән 7 июлгә тиклем Көньяҡ Кореяла Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең гастролдәре үтәсәк. Ансамбль концерты Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы саралары сиктәрендә һәм Рәсәй Федерацияһы менән Корея Республикаһы араһында рәсми дипломатик мөнәсәбәттәр урынлыштырылыуының 20 йыллығына ҡарата ойошторола.

Артистар байрам концерттары менән Сеулда — Көньяҡ Кореяның баш ҡалаһында һәм Кимхи ҡалаһында –Корея ярымутрауының көньяҡ-көнсығышында сығыш яһаясаҡ.

— Ҡунаҡсыл Корея халҡы менән иң йылы мөнәсәбәттәр булдырырбыҙ, тип ышанам, — ти Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры урынбаҫары Радик Шәрәфетдинов.

Кореяға «ғәскәровсылар» “Рәсәй халыҡтарының милли бейеүҙәре” исемле яңы программаһын әҙерләгән. Унда Рәсәй хореографик мәҙәниәттең “алтын фондын” тәшкил иткән классик әҫәрҙәр ингән. Улар араһында рус, татар, молдаван, украин һәм, әлбиттә, башҡорт бейеүҙәре бар.

Өҫтәп китәйек, 70 йыл дауамында Фәйзи Ғәскәров ансамбле бар донъяға күп милләтле Рәсәй халҡын ғына түгел, иң юғары кимәлдә башҡорт хореография сәнғәтен дә күрһәткән. Ер шарының бар континенттарында Башҡортостандың мәҙәни бәйләнештәрен дә тәүгеләрҙән булып "ғәскәровсылар” асҡан.

темалар: гастролдәр