Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда тағы бер байрам – Урындағы үҙидара хеҙмәткәре көнө барлыҡҡа килеүе мөмкин

Сәйәсәт

24 июндә «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы идараһы ағзалары республиканың Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү тураһында идеяны хупланы.  

Бөтә фекерҙәрҙе һәм теләктәрҙе иҫәпкә алып, ауыл, ҡасаба, ҡала һәм район Советтарында эшләүселәрҙең профессиональ байрамын апрелдең һәр өсөнсө шәмбеһендә билдәләргә тәҡдим ителә.  

Был тәҡдим ҡарау өсөн Башҡортостан Президентына ебәреләсәк, ул ғәмәлдәге закондарға ярашлы һуңғы ҡарар ҡабул итәсәк.

Миҫал сифатында Ассоциация советы идараһы рәйесе Ришат Исхаков Ауырғазы районын атаны, унда икенсе йыл инде муниципаль хеҙмәткәр абруйын күтәреүсе һәм халыҡ араһында ыңғай сағылыш тапҡан байрам билдәләнә.  

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы, БР Контроль-иҫәп палатаһы, Нефтекама ҡала Советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрелгән ултырыш сиктәрендә төбәктә ауыл старосталары институты, муниципаль янғын һағы эше һәм уларҙы артабан үҫтереү, муниципаль берәмектәрҙә контроль органдары, муниципаль кимәлдә йәмәғәт именлеген тәьмин итеү тураһында мәсьәләләр ҙә ҡаралды.

Бынан тыш, муниципаль берәмектәрҙә йәштәр ҡоролтайҙарын булдырыу һәм Иглин районы хакимиәте эшкәртмәһе нигеҙендә Башҡортостан муниципаль хеҙмәткәренең берҙәм өҫ кейеме формаһын индереү тураһында мәсьәләләр тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть