3 декабрь, Шәмбе

25 июнь 2010 йыл, 9:24

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары алдында орғасы малдар һанын һаҡлау бурысы тора

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Инә малдар һанын һаҡлап ҡалыу өсөн бар сараларҙы ла күрергә кәрәк. Был турала Ҡариҙел районында үткән баш ветеринар инспекторҙарының республика  семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко белдерҙе.

— Быйылғы йәй беҙҙең төбәктә аномаль, ауыл хужалығы ҡоролоҡтан ыҙа сигә, — тип билдәләне ул. – Шуға күрә мал аҙығы менән ауыр буласаҡ. Ошоноң менән бәйле мал иҫәбенең кәмеүе көтөлә. Аграрийҙарға бер нисә нәмәне иҫәпкә алырға кәрәк. Иң элек, инә малды һатырға ярамай. Йәш малға килгәндә — бер баш мал да республиканан ситкә сығырылырға тейеш түгел.    

Шулай уҡ Николай Анатольевич район хужалығы вәкилдәрен башҡа төбәктәрҙән мал ҡайтарыуға контролде арттырырға саҡырҙы. Был республика малсылығын бер нисә сирҙән һаҡлап алып ҡалырға тейеш. Мәҫәлән,тиҙ таралыусы һәм малдарҙың күпләп ҡырылыуына килтергән сусҡаларҙың африка тағунынан. Был ауырыуҙың Рәсәйҙәге тәүге осраҡтары илдең көньяҡ төбәктәрендә асыҡланған да инде.