5 декабрь, Дүшәмбе

24 июнь 2010 йыл, 17:18

25 июндә Археология һәм этнография музейында – Асыҡ ишектәр көнө

автор: Марина Шумилова

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты Өфө балалары һәм үҫмерҙәре өсөн махсус рәүештә 25 июндә 10-15 сәғәттәрҙә Археология һәм этнография музейында (Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы,6) Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.

Музей коллекциялары менән балаларҙы институт хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары таныштыра. Был көндә Этнологик тикшеренеүҙәр институты менән ойошторолған балалар ижады конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.    

Асыҡ ишектәр көнө Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейы спонсоры — «Урал Лото» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында үтә.

темалар: музей