4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июнь 2010 йыл, 17:46

Ҡариҙел районы урман сәнәғәте предприятиеларына 147 миллион һум инвестицияланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ҡариҙел районында урман сәнәғәте тармағы уңышлы үҫешә. Иҡтисадтың был секторында 25 урта һәм ваҡ ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары эшләй. Уларға 147 миллион һумдан ашыу аҡса инвестицияланған. Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Мусин һөйләүенсә, быйыл биш айҙа район буйынса тейәп оҙатылған сәнәғәт продукцияһы күләме 43 миллион һум тәшкил итте — 2009 йылдың ошо уҡ осорондағынан дүрт процентҡа күберәк. Бындай күрһәткес әүҙем эшләү һәм урман сәнәғәте предприятиеларына яңы технологиялар индереү һөҙөмтәһе булып тора.

Ауыл хужалығы тармағы ла иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Бөгөн Ҡариҙел районы хужалыҡтарында 30 мең баш самаһы һыйыр малы, шулай уҡ 23,5 мең һарыҡ, 5,5 мең сусҡа һәм 107 мең ҡош-ҡорт иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа бер меңдән ашыу тоҡомло мал һәм 25 нәҫел үгеҙе һатып алынған. 2010 йылға тиклем район Малсылыҡты үҫтереү программаһын үтәү сиктәрендә 24 буш торған малсылыҡ бинаһынан 20-һе тултырылған. Ҡалғандары быйыл тултырыласаҡ.

— Ауыл хужалығының булған потенциалы инвесторҙарҙың иғтибарын нығыраҡ йәлеп итә бара, — тип билдәләне Илдар Ғаяз улы. – Райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса берлектәге инвестиция проекттары көтөлгән һөҙөмтә бирә.

Ҡариҙел районы иҡтисадын үҫтереүҙең мөһим йүнәлеше булып туризм индустрияһы тора. Быға урындың уникаль тәбиғәт потенциалы булышлыҡ итә. Бында 20-нән ашыу спорт-сәләмәтләндереү йүнәлешендәге төрлө ведомство һәм шәхси туристик базалар урынлашҡан. Уларҙың күптәре йыл әйләнәһенә эшләй.

Бөгөнгә райондың тупланма бюджетына план буйынса 47,6 миллион һум урынына 51 миллион һум аҡса инде. Планды арттырып үтәү район етәкселегенә социаль-иҡтисади бурыстарҙы хәл итеү буйынса юғары йөкләмәләр алырға мөмкинлек бирәсәк.