6 декабрь, Шишәмбе

24 июнь 2010 йыл, 16:22

Ҡөрьән - Өфөләге Иран биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһендә төп экспонаттарҙың береһе

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Андрей Старостин

БР Милли музейындағы Иран биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһендә Ҡөрьән төп урынды алып тора. Мосолмандарҙың изге китабы иң ҡиммәтле экспонаттарҙың береһе. Унда ғәрәп теле каллиграфияһының Иран оҫталары менән башҡарылған төрлө өлгөләре тупланған.

Оҫта каллиграфтар туҡымаға һәм мал тиреһенә күсереп яҙған Ҡөрьән сүрәләре тамашасыла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Биҙәп яҙыу, хәрефтәрҙе өҙлөкһөҙ орнаментҡа тоташтырыуҙы оҫталар ташта ла һынландырған.

Шулай уҡ экспозицияға боронғо технологиялар һәм традицияларға нигеҙләнеп, ошо арала ҡулдан эшләнгән биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре – ваза һәм батмустар, самауыр – чжом, төрлө биҙәктәр төшөрөлгән табаҡтар, шулай уҡ боронғо туҡыусылыҡ өлгөләре, китаптар, хәҙерге заман рәссамы Мәхмүд Фаршчияндың картиналары ла ингән.  

Экспозиция Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Мәҙәни вәкиллеге менән ойошторолған һәм Иран Ислам Республикаһының Мәҙәни вәкиллеге башлығы Абуз Торкоман Ибраһиминың Башҡортостанға килеүенә ҡарата асылған.  

темалар: күргәҙмәләр