Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ултырышы

Сәйәсәт

24-25 июндә Мәскәүҙә Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр Йәмәғәт палатаһы ултырышы үткәрелә. Башҡортостандан унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Руслан Ғизәтуллин ҡатнаша.

Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2011-2015 йылдарға «Рәсәй йәштәре» федераль маҡсатлы программаһы концепцияһын, шулай уҡ ҡайһы бер федераль закондар проекттарын тикшерәсәк. Закон проекттарының береһе — «Мәғариф тураһында» Рәсәй Федерацияһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» — буйынса Руслан Ғизәтуллин сығыш яһаясаҡ, тип көтөлә. Башҡортостандың Йәштәр йәмәғәт палатаһы был законға студенттар төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлегенә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итергә йыйына.  

Ултырыш сиктәрендә Рәсәй Йәштәр парламент хәрәкәтенең берҙәм порталында Йәштәр йәмәғәт палатаһының рәсми сайтын (www.newparlament.ru) презентациялаясаҡтар. Шулай уҡ Йәштәр палатаһы ағзалары Рәсәйҙә йәштәр парламентаризмын үҫтереү буйынса Берҙәм эш итеү көнөн тикшерәсәк, уны киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат конференциялары форматында Рәсәй төбәктәрендә үткәрергә планлаштырыла. Был матбуғат конференцияларында төбәк йәштәр парламент структуралары һәм Рәсәй Йәштәр парламент хәрәкәтенең Берҙәм порталы менән таныштырыу күҙаллана.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть