Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Бөрйән районында йәштәр байрамы үтәсәк

Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй йәштәр көнө алдынан Бөрйән районында, Морат туғайында, 25 июндә байрам саралары үтәсәк. Программаны республика ижади коллективтары концерты аса. Сибай дәүләт филармонияһының бейеү ансамбле һәм Бөрйән районының балалар коллективтары, студенттарҙың «Ирәндек» төҙөлөш отряды, «Вместе» төбәк йәмәғәт ирекле йәштәр хәрәкәте вәкилдәре үҙенең оҫталығын күрһәтәсәк. Өфөнән «Голубые молнии» хәрби-патриотик клубы курсанттарының һәм «Черный дракон» үҫмерҙәр клубы (Сибай ҡалаһы) тәрбиәләнеүселәренең күрһәтмә сығыштары, шулай уҡ «Ғаилә — Рәсәй ғорурлығы» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе Хәсәновтар ғаиләһенең сығыш яһауы көтөлә.  

Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларынан 14 ғаиләгә балалары тыуыу айҡанлы субсидияға сертификаттар тапшырыу байрамдың төп ваҡиғаһына әйләнәсәк. «Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 224 ғаилә дөйөм суммала 358 миллион һумға субсидия алған.  

Бынан тыш, ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар төҙөлөш барған «Морат туғайы» туристик базаһын ҡараясаҡ. Унда әлеге мәлдә бер нисә коттедж, кафе, япмалы пирс, машиналар ҡуйыу урыны, мунса файҙаланыуға тапшырыуға әҙер. Әйтергә кәрәк, һуңғы айҙа Бөрйән районында туристар туҡталҡаһы йәнә Байназар ауылы янындағы Оло Көҙән тип исемләнгән ерҙә һәм Ишдәүләт ауылы эргәһендә асылған.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть