5 декабрь, Дүшәмбе

24 июнь 2010 йыл, 15:17

Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттарын ҡотланылар

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Традиция буйынса Йәштәр көнө алдынан Хөкүмәт Йортонда 2009 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһы үткәрелде. Комиссия ҡарауына 11 эш тәҡдим ителгәйне. Лауреаттар исеменә Милли йәштәр театры актеры Андрей Ганичев, скульптор Руслан Ниғмәтуллин, архитекторҙар Рөстәм Ямалетдинов менән Павел Мазин лайыҡ булды. Дан һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата түләү еңеүселәргә награда булды.

Андрей Ганичев Йәштәр театрында 2000 йылдан алып эшләй, был ваҡыт эсендә 30-ҙан ашыу роль башҡарҙы, башлыса төп ролдәр. Премия уға «Ночевала тучка золотая» спектаклендәге роль өсөн бирелде.

Руслан Ниғмәтуллин премияға хәҙерге башҡорт скульптураһының күп төрлө традицияларын һынландырған әҫәрҙәр ижад иткән өсөн лайыҡ булды.

Рөстәм Ямалетдинов менән Павел Мазин Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество гимназия-интернатын реконструкциялау проекты өсөн танылыу яуланы.

Лауреаттарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ихлас ҡотланы.

— Ошо премия арҡаһында йәш ижадсылар йыл һайын үҙе хаҡында белдереү, киң танылыу һәм билдәлелек алыу мөмкинлегенә эйә була, — тине Раил Салих улы. — Премия һеҙгә артабан үҫешеү, бына тигән яңы әҫәрҙәр һәм проекттар ижад итеү өсөн стимул булып торор, тип ышанам.  

Шәйехзада Бабич исемендәге премия республика Хөкүмәте тарафынан 1995 йылда булдырылғайны. Был ваҡыт эсендә 60 йәш ижади һөнәр кешеһе уның лауреаттары булды.