8 декабрь, Кесе йома

24 июнь 2010 йыл, 15:02

Башнедра халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты

автор: Рәсүл Хамиҙуллин

Башҡортостан республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов Геленджикта үткән Ҡара диңгеҙ, Азов һәм Каспий диңгеҙҙәре акваторияһында нефть һәм газ ҡатламы проблемаһы буйынса 7-се халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты.

Унда ҡоро ергә һәм транзит зоналарына геологик-физик тикшереү алып барғанда яңы технологиялар һәм техник саралар ҡулланыу, углеводород сеймалы ятҡылығын геологик тикшереү һәм эшкәртеү торошо менән бәйле бихисап мәсьәләләр ҡаралған. Рәсих Әғзәм улы билдәләүенсә, Башҡортостан геофизикаһы илебеҙҙә алдынғыларҙан һанала:

— Беҙҙең ҡаҙаныштар бер Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә баһалана. Был конференцияла беҙ икенсегә ҡатнашабыҙ. Ул тәжрибә уртаҡлашыуҙа һәм тармаҡты яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшергәндә ҙур роль уйнай. Һуңғы арала Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә көнбайыш илдәренән артта ҡалыу тенденцияһы күҙәтелә. Был хәлде яҡшыртыр өсөн ҙур эш башҡарырға кәрәк. Йәш кадрҙар әҙерләүгә шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Сөнки беҙҙең тармаҡ быуындар алмашыныуына мохтаж. Финанслау ҙа тейешле кимәлдә алып барылырға тейеш. Был мәсьәләләрҙе хәл итеп, беҙҙә булған бар идеяларҙы бойомға ашырып буласаҡ.

Конференция сиктәрендә күргәҙмә үтте һәм Башнедраның «Башҡортостандың тәбиғи таштары» исеме аҫтындағы стенд-экспозицияһы уның сағыу биҙәгенә әйләнде. Ул башҡорт йәшмәһенән һәм башҡа төрлө биҙәү таштарынан эшләнгән үҙенсәлекле өлгөләрҙән һәм художество изделиеларынан торған. Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, бик күп материалдар күргәҙмә ҡунаҡтары араһында ҙур һорау менән файҙаланған, улар башҡорт таштарын урында уҡ һатып алырға ашыҡҡан.