6 декабрь, Шишәмбе

24 июнь 2010 йыл, 14:33

Өфөлә офтальмология буйынса 79-сы тюбинген курстары ойошторола

автор: Ольга Мортазина

25-26 июндә Өфөлә БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты базаһында офтальмология буйынса 79-сы тюбинген курстары үтәсәк.  

Ике көн буйына Рәсәйҙән, Германиянан, Великобританиянан һәм Япониянан врачтар күҙҙең селтәрле ҡабығы ҡубыуын дауалау мәсьәләләрен тикшерәсәк. Курстарҙы алыштырғыһыҙ ойоштороусы, немец профессоры Ингрид Крессиг тәүге тапҡыр бындай халыҡ-ара форумды бынан 21 йыл элек Германияның биш  классик университет ҡалаһына ингән Тюбингенда үткәргән. Шул ваҡыттан алып тюбинген курстары йылына 4-8 тапҡыр бөтә донъя буйлап үткәрелә һәм офтальмологтар араһында ҙурыраҡ популярлыҡ яулай бара. Өфө ике йыл элек 61-се курстарҙы ҡабул иткәйне инде.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбов Ингрид Крессиг менән бергә курстар модераторы буласаҡ.

Офтальмохирургтар Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының видеоаппаратура менән йыһазландырылған операция бүлмәләрендә эшләйәсәк һәм коллегалары менән иң һуңғы методикалар буйынса операциялар үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

темалар: һаулыҡ һаҡлау