4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июнь 2010 йыл, 14:27

Белоретта «Ағиҙел йондоҙҙары» хор сәнғәте фестивале старт ала

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ике йылға бер тапҡыр Белорет ҡалаһында иң яҡшы хор коллективтары осраша. Унда «Ағиҙел йондоҙҙары» республика хор сәнғәте фестиваль-конкурсы үтә.  Быйыл күләмле ижади форум бишенсе тапҡыр үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ҡалаға 30-ҙан ашыу вокаль, фольклор, хор ансамблдәре – йәмғеһе 600 самаһы кеше йыйылған. Конкурсанттар араһында күрше төбәк вәкилдәре лә бар – «Мы — уральцы» хоры (Магнитогорск) һәм Силәбе өлкәһенән рус йыры ансамбле.

«Башинформ» агентлығына фестивалдең кураторы – Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Маргарита Мансурованың хәбәр итеүенсә, музыка байрамы Белоретта өс көн дауам итәсәк.

Беренсе көнөндә, 24 июндә, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу ойоштороласаҡ. Һуңыраҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында йәрәбә һалыу һәм “Ағиҙел йондоҙҙары” фестивален асыу тантанаһы үтәсәк.  

Иртәгә, 25 июндә, конкурс программаһы сиктәрендә академия коллективтары  башҡорт композиторҙарының һәм патриотик тематикалағы йырҙарҙы башҡарырға тейеш. Ә халыҡ хоры һәм фольклор ансамблдәр үҙҙәре йәшәгән ерҙең традицияларын сағылдырған үҙенсәлекле йыр-бейеүҙән торған тамаша күрһәтәсәк.  

Еңеүселәрҙе бүләкләү һәм гала-концерт 26 июндә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә.

темалар: фестивалдәр