9 декабрь, Йома

24 июнь 2010 йыл, 13:14

Краснокама районында республика тороҡтороусылар конкурсы үтә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иртәгә Краснокама районының «Тоҡомсолоҡ заводы — Алға» ауыл хужалығы производство кооперативы базаһында һыйырҙарҙы яһалма тороҡландырыу буйынса операторҙарҙың XVIII республика конкурсы асыла. Район профессиональ оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр ҡатнаша.

Ярыштар бер нисә этапта үтәсәк. Башта судьялар теоретик белемде, яһалма тороҡландырыу пунктында иҫәпкә алыу һәм отчетлылыҡ торошон, күрһәтелгән белешмәләр буйынса үрсем алыу күрһәткестәрен тикшерәсәк. Был этап — урындарҙа белгестәрҙең көндәлек эшен баһалау.  

Икенсе этап һыйырҙарҙы тороҡландырыуға әҙерләүҙе индерә, өсөнсөлә — тороҡландырыусылар лабораторияларҙа эшләйәсәк. Йомғаҡлау этабында һыйырҙарҙы тороҡландырыу үткәрәсәктәр.

Республика конкурсын үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланмаған. Былтырғы республика ярышында Краснокама районының «Тоҡомсолоҡ заводы — Алға» ауыл хужалығы производство кооперативынын Ольга Исаева еңеү яуланы һәм бының менән быйылғы конкурсты үткәреү урынын билдәләне.  

Шулай уҡ ярыштар программаһында — төрлө конкурстар, уйындар үткәреү, мәҙәни программа ла ҡаралған.