Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

"Башҡортостан" авиакомпанияһы – иң ышаныслы авиаташыусылар араһында

Иҡтисад

«Forbes» журналы үҙ тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең иң пунктуаль һәм рейстарҙы йыш тотҡарлаған авиакомпаниялар исемлеген төҙөнө. Был турала «Интерфакс» агентлығы хәбәр итә.

"Скай Экспресс" авиакомпанияһы рейстарҙы иң йыш тотҡарлаусы тип танылды. Быйыл ғинуар-апрелдә компания 132 рейсты тотҡарлаған, бында һәр мең пассажирҙан 42 кеше көтөргә мәжбүр булған.

Рейтингта икенсе урында – "Владивосток Авиа" авиакомпанияһы , өсөнсөлә – "Атлант-Союз". Был компаниялар 73 һәм 32 рейсты кире алған.

Артабан рейтингыла "Авианова", "Якутия", Red Wings, "Ырымбур авиалиниялары", "Московия", "Таймыр" һәм "Урал авиалиниялары" авиакомпаниялары урын ала.

Forbes ыңғай рейтинг та төҙөгән, һәм бында быйыл тәүге дүрт айҙа иң ышаныслылар иҫәбенә "Башҡортостан" авиакомпанияһы ("ВИМ Авиа" авиакомпанияһына ҡарай) һәм бер тотҡарлауға ла юл ҡуймаған «IFly» чартер авиаташыусыһы ингән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть