11 декабрь, Йәкшәмбе

24 июнь 2010 йыл, 11:58

Хөрмәтулла Үтәшев – Исмәт Кюнтай исемендәге төрөк театраль премияһы лауреаты

автор: "Башинформ" | фото: Алик Шакиров

Истанбулдан шатлыҡлы хәбәр килде. Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге вәкиле Каншаубий Мизиев хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Нәжип Асанбаевтың «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған спектаклдә Ататөрк роле өсөн Исмәт Кюнтай исемендәге махсус премияға лайыҡ булды.

Төркиәнең Исмәт Кюнтай исемендәге Милли премиялар жюрийы рәйесе, билдәле төрөк театр тәнҡитсеһе Хаяти Асылязыджи үҙенең хатында шулай тип билдәләй: «Бына 35-се йыл беҙ күренекле төрөк яҙыусыһы һәм драматургы Исмәт Кюнтай исемендәге премияларҙы Төркиә театр донъяһының иң яҡшы вәкилдәренә бирәбеҙ. Быйыл беҙ наградаларыбыҙҙы 13 номинацияла тапшырҙыҡ һәм тәүге тапҡыр сит ил дәүләте вәкилен наградларға ҡарар иттек. Мин Хөрмәтулла Үтәшевтың ижадын күптән күҙәтеп барам, уның эштәрен юғары баһалайым, уны хәҙерге замандың күренекле артистарының береһе тип иҫәпләйем. Мин Өфөлә һәм Ҡазанда төрки телле театрҙар фестивалендә жюри ағзаһы булараҡ, уның кандидатураһын беҙҙең премияға тәҡдим иттем, һәм буш һүҙ генә булмаһын өсөн, бөтә жюри ағзаларын быйыл май айында Истанбулда Башҡортостан Республикаһы фән һәм мәҙәниәт көндәре ваҡытында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакленә саҡырҙым. Мин коллегаларымдың да билдәле башҡорт артисының хәҙерге Төркиәгә нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль Ататөрк ролен уңышлы башҡарыуын юғары баһалауҙарына бик шатмын».