5 декабрь, Дүшәмбе

24 июнь 2010 йыл, 11:13

Абдулхаҡ Игебаев – Башҡортостандың халыҡ шағиры

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Абдулхаҡ Игебаевҡа “Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде. Был турала Указға республика Президенты Мортаза Рәхимов ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Баймаҡ районының Күсәй ауылында тыуған. Бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педучилищеһын тамамлай. 1946 — 1950 йылдарҙа Башҡортостан педагогия институтында уҡый. 1969 — 1971 йылдарҙа — Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа. Оҙаҡ йылдар республика журналдарында һәм гәзиттәрендә: “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң”, “Пионер”, “Ағиҙел” редакцияларында эшләй.

Шағирҙың тәүге шиғырҙары республика матбуғаты биттәрендә 1948 йылда күренә башлай. 1954 йылда уның тәүге "Йәшлек йыры" шиғырҙар йыйынтығы сыға.

Абдулхаҡ Игебаев – мөхәббәт, йәшлек романтикаһына дан йырлаусы лирик шағир. Юҡҡа ғына уның шиғырҙарына республикабыҙҙың билдәле композиторҙары көй яҙмаған бит. Һәм был йырҙар әле лә бик популяр: “Беренсе мөхәббәт”, “Йәшермәсе, иркәм”, “Күңел йәшлекте һағына”, “Тыуған яҡ”, “Ләйсән” һәм башҡалар. Ул 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтыҡтар авторы.