Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ирандан ҡунаҡ Диниә назараты менән хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе

Сәйәсәт

Иран Ислам Республикаһының Мәскәүҙәге Мәҙәни вәкиллеге башлығы Әбүзәр Торкоман Ибраһими Өфөгә килде. Үҙ сәфәре барышында ул Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу ваҡытында яҡтар мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә артабан хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.

БР мосолмандары Диниә назараты күптән инде Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Диниә назараты хеҙмәткәрҙәре бер нисә тапҡыр был илгә мәҙәни-танышыу миссияһы менән барып ҡайтты, ә Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә бер нисә йыл инде Ирандан педагог Сирус Борзу дәрестәр алып бара. Быйыл яҙ, әйткәндәй, БР мосолмандарының Диниә назараты бинаһында уның «Иран мәсеттәре» исемле фотокүргәҙмәһе үтте.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть