5 декабрь, Дүшәмбе

23 июнь 2010 йыл, 17:11

«Китап» нәшриәтендә Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең «История башкир» исемле китабы сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың «История башкир» (төрөк теленән рус теленә Ә.М. Юлдашбаевтың тәржемәһе) исемле китабы сыҡты. Китапты сығарыу күренекле дәүләт эшмәкәренең быйыл билдәләнгән 120 йыллығына тура килтерелде.  

Баҫмала башҡорттарҙың килеп сығышы, уларҙың азатлыҡ өсөн көрәше, сословие структураһы, милли дәүләтселек өсөн хәрәкәте тураһында материалдар бирелгән һәм ул боронғо ваҡыттарҙан алып ХХ быуаттың 20-се йылдары башында Рәсәйҙә социаль революциялар һәм Граждандар һуғышына тиклем осорҙо солғап ала.

Тиражы — 2000 дана. Китапты «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға йәки почта аша заказ биреп алдыртырға мөмкин.  

темалар: нәшриәт эше