11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июнь 2010 йыл, 16:56

Йәш ғалимдарҙың II Бөтә Рәсәй йәйге мәктәбе Башҡортостанда үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда йәш ғалимдарҙың «Хәҙерге заман шарттарында ғилми-тикшеренеү эше нигеҙҙәре: теория һәм практика» II Бөтә Рәсәй йәйге мәктәбе үтәсәк.  

Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, сара 13-15 июлдә «Ирәмәл – 2010» республика тау-туристик лагеры базаһында үтәсәк.

Мәктәп сиктәрендә, фәнни программа менән бер рәттән, бер көнлөк радиаль походтар һәм сәйәхәттәр: Ҙур һәм Кесе Ирәмәл түбәһенә, Ҡолоҡас тау һыртына менеү, Ағиҙел йылғаһы башына поход, шулай уҡ спорт-күңел асыу уйындары, викториналар һәм ярыштар ҡаралған.  

Ҡатнашыуға заявкалар 5 июлгә тиклем iremel@inbox.ru электрон почтаһы буйынса бирелә.

Артабан: http://bash.rosmu.ru/activity/announces/356.html

темалар: фән