Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡыйғы районы хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр

Сәйәсәт

Бөгөн Ҡыйғы районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде, унда хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.

Мәҡсүт Латипов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙ теләге буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы муниципаль район Советы депутаттары Ибраһимов Наил Рафаил улына йөкмәтте.

Наил Ибраһимов хакимиәт башлығы вазифаһын ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса муниципаль район Советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть