6 декабрь, Шишәмбе

23 июнь 2010 йыл, 15:00

Күп балалы әсәләргә – миҙалдар

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

86-сы тантана һәм 60 наградланған күп балалы әсә. Шаршамбы, 23 июндә, Республика Йортонда ғаилә усағын һаҡлаусыларҙы, биш бала табып тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәтләнеләр. Республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан килеүселәрҙе бер нәмә берләштерә – улар барыһы ла «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды. Традиция буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы. Әсәйҙәргә мөрәжәғәт итеп, төбәк башлығы, республика Рәсәй Федерацияһының күп балалы әсәләрҙе наградлау традицияһы тергеҙелгән тәүге субъект булды, тип билдәләне. Беренсе тантана 1998 йылда үткәрелде.

— Шулай итеп беҙ әсәйҙәребеҙҙең абруйын күтәрергә теләнек, — тине Президент. – 12 йылда биш меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙға миҙалдар тапшырылды. Тыуым артыуы – үҙе үк ҡыуаныс. Республикала 82 меңдән ашыу әсә әсәлек капиталы алды.  

Башҡортостандың социаль сәйәсәтендә бөгөн ғаиләгә — йәмғиәтебеҙҙең йәшәү нигеҙенә өҫтөнлөктәр бирелә. Үҙенең төп бурыстарының береһен республика властары ғаиләгә йәшәү, бала табыу һәм тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа күрә. Ғаиләгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар закон нигеҙендә нығытылған. Ярҙам федераль һәм республика пособиелары түләүгә һәм льготаларға ғына ҡайтып ҡалмай, шулай уҡ социаль-мәҙәни, көнкүреш объекттары төҙөүҙә лә сағыла. Иң мөһиме — мәктәптәр һәм дауаханалар, санаторийҙар, мәҙәниәт һарайҙары һәм социаль үҙәктәр ҡалаларҙа ғына түгел, шулай уҡ ауылдарҙа ла төҙөлә. Был турала Мортаза Рәхимовҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әйтте. Һәр береһе төбәк башлығына рәхмәтен белдерҙе.  

— Баш ҡаланан алыҫ районда яҡшы юлдар һалыныр, заманса мәктәптәр, дауаханалар төҙөлөр тип, беҙ ҡасандыр хыял да итмәй инек, — тине, Президент ҡулынан награда алып, Бөрйән районы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Розалия Ишдәүләтова. – Яҡшы йәшәү, эшләү, бала табыу һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

«Рощинский» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы «Первомайское» бүлексәһенең машина менән һауыу операторы Олеся Федорова республика башлығы менән үҙ шатлығын уртаҡлашты. Ул алтынсы сабыйын көтә.

— Афарин, — тине уға Президент. – Әсәлек ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй генә. Һеҙгә ҡарап, күп балалы әсәләр тип уйламаҫһың да. Барығыҙ ҙа йәшһегеҙ, сибәрһегеҙ.

— Әсә булыу — ҙур бәхет һәм ысын бер мөғжизә, — ти Нефтекаманан Эмма Вәлиева. — Ирем Альберт менән беҙҙең — бер ҡыҙыбыҙ һәм дүрт улыбыҙ. Беҙ – бик бәхетле ғаилә.

Был көндө наградланыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙенсә уникаль. Ҡайһы берҙәренең инде ейәндәре бар, икенселәренең иһә иң кесе сабыйҙарына бер йәш кенә тулған. Уларҙың ғаиләләрендә хикмәтле ҡағиҙәләр ҙә юҡ. Иң мөһиме — мөхәббәт, бер-береңде аңлау, татыулыҡ, ихтирам һәм “бергә” һүҙе бар. Уларҙың бәхете тап бына шунда ла.  

темалар: наградлау