3 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2010 йыл, 13:56

Бөтә Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса проекттар конкурсы башланды

автор: Юлай Мәғсүмов

РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы тарафынан ойошторолған “Сәләмәт Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса проекттар конкурсы иғлан ителде. Конкурс сәләмәт йәшәү рәүеше өҫтөнлөктәрен билдәләү һәм алға һөрөүгә булышлыҡ итеүсе башланғыстарҙы яҡлауға, уларҙы популярлаштырыу өсөн дәүләт, муниципалитеттар, коммерция булмаған ойошмалар, граждандар, бизнес һәм киң мәғлүмәт саралары тырышлыҡтарын берләштереүгә йүнәлтелгән.  

Иң ҡыҙыҡлы проекттар сәләмәт йәшәү рәүешен алға һөрөү буйынса иң яҡшы тәжрибә йыйынтығына инәсәк. Конкурс еңеүселәре “Иң яҡшы территориаль проект”, “Иң яҡшы корпоратив проект”, “Иң яҡшы йәштәр проекты”, “Иң яҡшы медиапроект” һәм “Иң яҡшы интернет-проект” номинациялары буйынса билдәләнәсәк.

Проекттарҙы РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова рәйеслегендәге жюри баһалаясаҡ. Еңеүселәр тураһында мәғлүмәт конкурс сайтында 2010 йылдың 8 сентябрендә баҫылып сығасаҡ. Наградлау “Милләт сәләмәтлеге — Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә үткәреләсәк.

Ҡатнашыу өсөн http://www.zdravo-russia.ru сайтында махсус заявка тултырырға кәрәк. Конкурсҡа тормошҡа ашырылған проекттарҙы ғына ебәрергә мөмкин.

Заявка биреүҙең һуңғы срогы —2010 йылдың 15 июле.