9 декабрь, Йома

23 июнь 2010 йыл, 13:29

Мәскәүҙә «Көслө Рәсәй – 2010» эшлекле даирәләр саммиты үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙә, «Царицыно» Дәүләт музей-ҡурсаулығының Ҙур һарайында, 25 июндә «Көслө Рәсәй — 2010» эшлекле даирәләр саммиты үткәрелә.

«Көслө Рәсәй» саммиты — ул йыл һайын үткәрелеп килгән, үҙен илдең социаль-иҡтисади үҫеше өлкәһендә берлектә конструктив ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу өсөн абруйлы эксперт майҙансығы итеп күрһәткән ижтимағи-сәйәси һәм эшлекле сара.  

Сара РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы һәм Рәсәй Президенты Хакимиәте ҡарамағындағы Инновацион закондарҙы камиллаштырыу буйынса ведомство-ара эшсе төркөм, Милли стратегик проекттар агентлығы инициативаһы менән үткәрелә.  

Саммитта РФ Президенты Хакимиәте, РФ Хөкүмәте, РФ Федерация Советы һәм Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы, федераль округтар һәм РФ субъекттары хакимиәттәре вәкилдәре,  реаль сектор, бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары, финанс ойошмалары етәкселәре, эксперт берләшмәһе, фән, йәмәғәт ойошмалары, эшлекле киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.