6 декабрь, Шишәмбе

23 июнь 2010 йыл, 12:21

«Электрон Рәсәй» төбәктәр иҫәбенә ҡиммәтәйҙе

автор: Юлай Мәғсүмов

«Электрон Рәсәй (2002-2010 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһын финанслау күләмдәре арттырылды. Үҙгәрештәр РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 9 июнендәге 403-сө ҡарары менән индерелде.  

Төҙәтмәләргә ярашлы, 2002 — 2010 йылдарға федераль маҡсатлы программаны дөйөм финанслау күләме 26 миллиард 964 миллион 213 мең һум тәшкил итәсәк. Элекке иҫәпләүҙәр биш миллиард ярым һумға кәмерәк ине.

Яңы сумма, элекке кеүек үк, ике финанслау сығанағынан төҙөлә. Федераль бюджет средстволары иҫәбенә – 20 миллиард 369 миллион 431 мең һум (элек – 19 миллиард 952 миллион 441 мең һум) һәм РФ субъекттары бюджет средстволары иҫәбенә – 6 миллиард 594 миллион 782 мең һум (элек – 1 миллиард 285 миллион 462 мең һум).  

Шулай уҡ федераль маҡсатлы программаның айырым положениелары, бүлектәре һәм уларға ҡушымталар яңы редакцияла бирелгән.