6 декабрь, Шишәмбе

23 июнь 2010 йыл, 10:28

Ғинуар-майҙа Башҡортостанда 489,3 мең квадрат метр торлаҡ тапшырылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда быйыл ғинуар айынан май айына тиклем файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ йорттарҙың дөйөм майҙаны 489,3 мең квадрат метр тәшкил итә,  тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығында.

Тапшырылған торлаҡ күләмендә индивидуаль йорттар өлөшө 77 процент тәшкил итә. Был осорҙа халыҡ үҙ иҫәбенә йәки кредит алып, 376 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 3,5 мең үҙ йортон һалып сыҡты. Республика предприятиелары һәм ойошмалары 113,3 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерҙе.

Ауыл еренә республика буйынса төҙөлгән объекттарҙың 56,7 проценты тура килә. Башҡортостандың 1000 кешеһенә иҫәптә быйыл тәүге биш айҙа 120 кв.м. торлаҡ төҙөлдө. Иң юғары был күрһәткес Өфө районында – 617 кв.м. Лидерҙар иҫәбенә шулай уҡ Бөрө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары инә.

Республика заказсылары өсөн — индивидуаль төҙөүселәрҙе иҫәпкә алмайынса  — торлаҡ йорттарҙың бер  квадрат метрын төҙөү хаҡы быйыл ғинуар-майҙа уртаса 25 мең һум тәшкил итте. Был осорҙа башҡарылған төҙөлөш эштәре күләме 23,7 миллиард һум суммаһында баһалана.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ