6 декабрь, Шишәмбе

23 июнь 2010 йыл, 9:01

Дезоморфин – республикала иң хәтәр наркотик

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда наркотиктар араһында бөгөн иң хәтәре – дезоморфин. Был турала «Башинформ» агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында республика наркология диспансерының баш врачы Илдар Байков хәбәр итте. Наркотик матдәнең был төрөнә элек героин ҡулланған кешеләр әүҙем күсә. Бының сәбәбе икәү: дезоморфин арзан, һәм уны әҙерләү артыҡ ҡыйын түгел.

— Ингредиенттарҙы рецептһыҙ теләгән бер аптекала һатып алырға һәм 40 минут эсендә доза әҙерләргә мөмкин, — тип аңлата Илдар Рәшит улы. – Был бәләнең яртыһы ғына әле. Иң ҡурҡынысы шунда, дезоморфин составына теләһә нимәне, мәҫәлән, бензин ҡушырға мөмкин. Был бәйләнгәнлек беренсе дозанан уҡ барлыҡҡа килеүенә килтерә. Дезоморфинды юҡҡа ғына «крокодил» тип атамайҙар. Унан тире ҡата, шуға ла крокодил тиреһе менән сағыштыралар. Етмәһә, кешенең бөтә ағзалары ла зарарлана. Наркотиктың был төрөн ҡулланыусыны дауалауы сиктән тыш ауыр.  

Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар дезоморфинды таратыуға ҡаршы көрәш һәм наркоманияны иҫкәртеү сараларын тикшерҙе.

Былтыр Башҡортостан территорияһында меңгә яҡын хәүефле наркотикты ҡулланыу осрағы асыҡланған. Быйыл уларҙың һаны бөгөнгә 400-ҙән ашыу тәшкил итә.