11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июнь 2010 йыл, 10:30

Ҡоролоҡ менән бәйле Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

автор: Михаил Сытин

Ҡоролоҡ зонаһына эләккән утыҙ алты муниципаль районда һәм ике ҡала округында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был турала 653-сө бойороҡҡа бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйҙы.

Премьер хакимиәт башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмәһендә хәл иткес саралар күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Раил Сарбаев, ҡоролоҡтан зыян 6,4 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк, тип билдәләне. Бигерәк тә мал аҙығы баҫыуҙары зыян күрҙе: бесәнгә күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәренең – яртыһы һәм йәшел аҙыҡҡа – 90 проценты һәләк булды. Дөйөм алғанда, Башҡортостан буйынса 952 мең гектар майҙанда ауыл хужалығы культуралары ҡоролоҡтан юҡҡа сыҡты.    

Шуға күрә эҫе, ҡоро яҙғы-йәйге һауа торошо арҡаһында ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәренең һәләк булыуы менән бәйле, БР Ауыл хужалығы министрлығына зыянды кәметеү буйынса саралар планы эшләргә ҡушылды, ә хакимиәт башлыҡтары алдында оператив штабтар төҙөү, ҡоролоҡ эҙемтәләрен йомшартыу һәм ҡалған ауыл хужалығы культураларын йыйып алыу буйынса саралар күреү бурысы тора.