10 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2010 йыл, 15:42

Хөкүмәттә кешеләрҙең һыуҙа именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде

автор: Ольга Мортазина

БР Хөкүмәте йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев рәйеслегендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса  хөкүмәт комиссияһы ултырышы үткәрелде. Кәңәшмә темаһы — кешеләрҙең именлеге һәм һыуҙа ҡотҡарыуҙы ойоштороу.

— Һуңғы ете йылда кешеләрҙең һыу объекттарында һәләк булыуы кәмей бара. Өфөлә был күрһәткес 10 тапҡырға кәмене, — тип белдерҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Сергей Карась. — Был иҫкәртеү эше һәм ҡотҡарыу көстәрен һәм сараларын аныҡ ойоштороу бик һөҙөмтәле булыуы мөмкинлеге хаҡында һөйләй.  

Былтыр һыуҙа иң күп һәләк булыусылар Краснокама, Дәүләкән, Өфө райондарына тура килде. Бының объектив сәбәптәре бар: кешеләрҙе Ағиҙелдең түбәнге яғы һәм Кама йылғаһы йәлеп итә, Асылыкүл бөтә республиканан һәм башҡа урындарҙан туристар күмәкләп йыйылған урын булып тора, ә миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфөгә ял итеү өсөн ҡаланан ситкә сығыу хәйерлерәк. Был муниципаль райондар башлыҡтарын күмәкләп ял итеү урындарында кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн уларҙың райондарында ниндәй саралар күрелеүе хаҡында һөйләү өсөн ултырышҡа саҡырҙылар.  

—  Бөгөнгә беҙ 34 эҙләү-ҡотҡарыу эштәре үткәрҙек, һәм 11 кешене ҡотҡарҙыҡ. Ләкин шул уҡ ваҡытта водолаздарыбыҙ 23 мәйетте һыу төбөнән күтәрҙе. Был һыу инеү миҙгеле башланып ҡына торған осорҙа бик күп, — тине БР авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Телешов. — Республикала 11 водолаз станцияһы эшләй, уларҙың базаһында мобиль эҙләү-ҡотҡарыу төркөмдәре төҙөлгән.  

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2010 йыл башынан алып республикала 44 кеше һыуҙа батып һәләк булды, шуларҙан дүртәүһе бала һәм бер ҡатын-ҡыҙ. Һәләк булыусыларҙың күбеһе иҫерек килеш һыуға ингән.