5 декабрь, Дүшәмбе

22 июнь 2010 йыл, 13:19

Республикала игендең уртаса уңышы гектарынан 10 центнер самаһы буласаҡ тип күҙаллана

автор: Эльвира Латипова

БР Ауыл хужалығы министрлығының күҙаллауҙары буйынса, иген культураларының уртаса уңышы Башҡортостанда гектарынан 10 центнерҙан юғары булмаясаҡ.  

— 10 көндән һуң беҙ игендең тулы балансын беләсәкбеҙ, әммә бөгөн үк игендең мал аҙығы һәм орлоҡҡа ғына етәсәге аңлашыла, — тип белдерҙе БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә беренсе вице-премьер, республиканың ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов. – Орлоҡҡа – 500 мең тонна, мал аҙығына – бер миллион тонна.

Төбәктәге яҙғы культуралар сәсеүлеге ҡоролоҡтан етди зыян күргән. Арпа менән һоло, мәҫәлән, әле үк башаҡлана башлаған. Был уларҙың үҫеүҙән туҡтауын аңлата. Шул уҡ мәлдә үҫемлектәр япмаһының бейеклеге 15-20 сантиметр ғына.

Хөкүмәт Россельхознадзорҙың БР буйынса Идаралығына республикала үҫтерелгән бойҙайҙы һатыуға контролде арттырырға ҡушты.  

—Хужалыҡтарҙа, иген ҡабул итеү пункттарында, машина-технологик станцияларҙа булған игенде иҫәпкә алыу мотлаҡ. Уларҙы республиканан ситкә һатырға ярамай, — тип белдерҙе БР Ауыл хужалығы министрлығының башлығы.