4 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2010 йыл, 12:04

Талпандан Башҡортостанда 11254 кеше зыян күргән

автор: Ғәлиә Нәбиева

“Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың дауалау-профилактик учреждениеларына талпан ҡаҙалыуҙан зыян күргән 11254 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 26,0% — балалар.

«Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһында 1 апрелдән алып 4784 талпан тикшерелгән. Ни бары 81 талпандың (1,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыуы асыҡланған.

Белгестәр бик ваҡытлы иммуноглобулинопрофилактика үткәргән. 2727 мөрәжәғәт итеүсегә, шул иҫәптән 1923 (65,0%) балаға ярҙам күрһәтелгән.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда вируслы талпан энцефалиты менән ауырыу осрағы теркәлмәгән.