5 декабрь, Дүшәмбе

22 июнь 2010 йыл, 11:42

”Китап” нәшриәтендә 2011 йылға “Ғаилә календары” донъя күрҙе

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт "Китап" нәшриәте 2011 йылға "Ғаилә календарын" нәшер итте. Был календарь традицион һәм халыҡ һорауы менән файҙаланған баҫмалар иҫәбенә инә. Уҡыусылар уны һәр ваҡыт ҡул аҫтында булғаны өсөн ярата, файҙалы кәңәштәр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һәм психологик тестары менән ихлас ҡуллана.

Ололар һәм балалар араһында матур мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙа ярҙам итеү, ғаилә ағзаларының барыһына ла йылы һәм уңайлы булһын өсөн өйгә йәм биреү – яңы баҫманың төп маҡсаты.

Нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, "Ғаилә календары"нда, ғәҙәттәгесә, өлгөлө ғаиләләргә ҙур урын бирелгән. улар өлгөһөндә йәштәр үҙҙәре өсөн әхлаҡи ориентир билдәләй ала. Календарь шулай уҡ класс етәкселәренә һәм уҡытыусыларға мәктәп уҡыусылары менән тәрбиәүи эш алып барғанда ҡулланма булараҡ та хеҙмәт итәсәк.

темалар: нәшриәт эше