Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

15 метрлы НефАЗ-52998 автобусы - «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсының лауреаты

Иҡтисад

Нефтекама автозаводы йәнә «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы еңеүселәре иҫәбендә. Лауреат дипломын VDL корпорацияһы менән берлектә етештерелгән 15 метрлыҡ ҡала эсендә файҙаланыусы НефАЗ-52998 пассажир автобусы яулаған. Унда VDL-дең өс күсәрле шассийы, ышаныслы DAF двигателе ҡуйылған, башҡа төрлө техник характеристикаһы ла был яңы машинаның конкурент һәләтлелеге тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә. Автобус күп пассажир һыйҙырышлы булыуы һәм ярайһы оҙон булһа ла – файҙаланыуҙа уңайлылығы менән айырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда был автобус Мәскәүҙә V "Интеравто" халыҡ-ара автомобиль күргәҙмәһендә күрһәтелде һәм белгестәр иғтибарын яуланы. «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсында «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте туғыҙынсы тапҡыр ҡатнаша һәм һәр ваҡыт еңеү яулай. Киләһе этап – «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программа-конкурсында ҡатнашыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть