Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Бөгөн Саранскиҙа дәүләт кадрҙар сәйәсәте буйынса ултырыш үтә

Сәйәсәт

Бөгөн Саранскиҙа (Мордовия Республикаһы) Волга буйы федераль округы Координацион советының дәүләт кадрҙар сәйәсәте буйынса сираттағы ултырышы үтәсәк.

Ултырышта Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнаша.

Унда Волга буйы федераль округында дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәлелеген һәм нәтижәлелеген баһалау мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, шулай уҡ Рәсәй субъекттарында “Иң яҡшы граждан хеҙмәткәре” конкурсын үткәреү мөмкинлеген тикшереү планлаштырыла.

Белешмә. Координацион совет Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың ҡарарына ярашлы 2007 йылдың июнендә ойошторолған.

Уның маҡсаты: округ территорияһында берҙәм дәүләт кадрҙар сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға шарттар тыуҙырыу.

Совет составына ил субъекттары башлыҡтары хакимиәттәре, аппараттары етәкселәре, ғилми һәм белем биреү учреждениелары вәкилдәре инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть