5 декабрь, Дүшәмбе

22 июнь 2010 йыл, 9:32

Конкурс Башҡортостандағы иң яҡшы стандартлаштырыу хеҙмәтен асыҡлаясаҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы стандартлаштырыу хеҙмәте исеменә үткәрелгән конкурс быйыл Рәсәйҙә дәүләт стандартлаштырыу менән идара итеүҙе индереүҙең 85 йыллығына арнала.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәге, Сифат проблемаһы академияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһының төбәк бүлексәһе ойоштороусылар булып сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 1 июлгә тиклем БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәгенә заявка ебәрергә кәрәк. Заявканың тәғәйен формаһы юҡ, үҙегеҙ теләгәнсә яҙырға мөмкин. 15 авгусҡа ҡәҙәр анкеталар ҡабул ителә. Анкета стандартлаштырыу хеҙмәте эшенең һөҙөмтәләрен сағылдырырға һәм стандартлаштырыу һәм техник көйләү буйынса белемегеҙҙе күрһәтергә тейеш. Анкетаның билдәләнгән формалары Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәгенең рәсми сайтында бирелә: www.bashtest.ru.

Конкурс комиссияһы өс еңеүсене билдәләйәсәк. Улар Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәгенең Маҡтау грамоталары менән ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

Иң яҡшы стандартлаштырыу хеҙмәттәре октябрҙә билдәләнәсәк: наградлау тантанаһы Бөтә донъя стандарттар көнө һәм илдә дәүләт стандартлаштырыу идаралығын индереүҙең 85 йыллығын байрам итеү сиктәрендә үткәреләсәк.