3 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2010 йыл, 9:38

Фән һәм техника өлкәһендә йәштәр премияһына документтар ҡабул итеү тамамлана

автор: Эльмира Сабирова

1 июлдә 2009 йыл өсөн фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт республика йәштәр премияларына дәғүә итеүгә документтар ҡабул итеү тамамлана. Улар 2002 йылда республиканың фәнни потенциалын үҫтереү һәм иң һәләтле йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары менән булдырыла.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был осорҙа 14 йәш ғалим һәм ете коллектив премиялар лауреаттары булды. Йыл һайын тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә өс премия бирелә.  

2009 йыл өсөн Дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүгә индивидуаль тәртиптә, шулай уҡ авторҙар коллективы составында (иң күбе биш кешенән торған) фәнни хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар һәм дә халыҡ хужалығы белгестәре күрһәтелеүе мөмкин. Дәғүәселәрҙең йәше 35 йәштән ашмаҫҡа тейеш.

Дәүләт премияһына күрһәтелгән ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, дәүләт сере булып торған мәғлүмәттәрҙән тыш, матбуғатта баҫылып сыҡҡан булырға тейеш.

Эштәр Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се кабинет адресы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында ҡабул ителә. Телефон: 251-57-11.

темалар: конкурстар