4 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2010 йыл, 9:04

Коджатепе университеты Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға арналған халыҡ-ара конференция үткәреүгә әҙерләнә

автор: Әхәт Сәлихов

Төрки мәҙәниәте халыҡ-ара ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) һәм Афьон-Карахисар ҡалаһының (Төркиә) Коджатепе университеты 2010 йылдың 13-15 октябрендә «Зәки Вәлиди Туған һәм төрки мәҙәниәте» халыҡ-ара конференцияһын үткәрергә әҙерләнә. Ғилми форум университеттың хәҙерге төрки телдәре һәм әҙәбиәте һәм тарих бүлектәре нигеҙендә үтәсәк.

Коджатепе университеты ҡатнашыусыларҙың туҡланыу һәм ҡайҙа йәшәү проблемаһын үҙе хәл итергә ниәтләй. Абруйлы ҡунаҡтар исемлегендә -  алдынғы төрөк ғалимдары Мостафа Иҫән, Йекта Сарач, Бахаеддин Йедийылдыз, Осман Хорат, Халюк Акалын, Иҫәнбикә Туған, Сүбидәй Туған. Ойоштороу комитеты составында Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың уҡыусыһы профессор Тунджер Байкара ла бар.

Өҫтәмә мәғлүмәтте һәм форумда ҡатнашыуға заявканың формаһын http://www.cagdas.aku.edu.tr/zvt/index.html сайтында табырға мөмкин.

Конференция Әхмәтзәки Вәлиди Туған Йылы сиктәрендә үткәрелә.