8 декабрь, Кесе йома

21 июнь 2010 йыл, 17:18

Учалыла анестезиология мәсьәләләре тикшереләсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Анестезиология, реанимация һәм интенсив терапияның көнүҙәк мәсьәләләре» район-ара семинары 25 июндә Учалы ҡалаһының Үҙәк ҡала дауаханаһында үтәсәк. Унда Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура райондарының, Межгорье, Сибай ҡалаларының табиптары — анестезиолог-реаниматологтары, шулай уҡ Өфөнөң алдынғы белгестәре ҡатнашасаҡ.

Семинар дауамында уның ҡатнашыусылары ауыр баш һөйәге – баш мейеһе йәрәхәтенең киҫкен осоронда интенсив терапия, церебраль травмаларҙы диагностикалау һәм дауалауҙың төп принциптары кеүек мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ, анестезиолог-реаниматологтың эшендә хоҡуҡи аспекттарҙы тикшерәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау