11 декабрь, Йәкшәмбе

21 июнь 2010 йыл, 17:03

Раил Сарбаев: Республика балалар клиник дауаханаһына 937 миллион һум бүленә

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Республика балалар клиник дауаханаһы» дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу» исемле комплекслы программа әҙерләнгән. Төбәктең төп балалар дауаханаһында йыл һайын 18 меңдән ашыу бала дауалана. Шуның менән бергә, 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, Республика балалар клиник дауаханаһында медицина ҡорамалдарының туҙыуы 78 процент тәшкил иткән. Финанслау был хәлде төҙәтергә ярҙам итәсәк. Матди ярҙам дүрт йылға — 2010-2013 йылдарға айырып билдәләнгән.

«Бала ғүмеренән мөһимерәк бер нәмә лә юҡ. Бала ғүмере һәм һаулығына ҡағылған бөтә нәмә Хөкүмәт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө булып тора, — тип белдерҙе дауахана табиптары менән осрашҡанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев.

Уның билдәләүенсә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, 17-се, 18-се ҡала дауаханалары, Республика клиник дауаханаһы, психиатрия клиникаһы, туберкулез диспансеры кеүек дауалау учреждениеларын реконструкциялауға һәм үҫтереүгә бюджеттан һаман да средстволар бүленә.

Әммә Республика балалар клиник дауаханаһы үҙенең тарихында бындай маҡсатлы оло финанс ярҙамын тәүге тапҡыр ала. Иң тәүҙә ул нейрохирургия һәм эндоскопия бүлексәләренә, шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙар реанимацияһына юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алыуға, һәм биналарҙы реконструкциялауға йүнәлтеләсәк.  

Табиптар Премьер-министрға церебраль паралич менән сирле балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам итеүсе нейростимулятор ҡуйыу буйынса яңы операцияны үҙләштереүҙәре тураһында һөйләне. Был операцияға әлеге ваҡытта 200 бала мохтаж. Һәм тәүге средстволар килгәс тә, Балалар клиник дауаханаһы етәкселеге был операцияға кәрәкле бар ҡорамалдарҙы ҡайтарырға иҫәп тота.

Эндоскопия бүлексәһендә киҫмәйенсә эшләнеүсе операциялар башҡарыла. Хирургияның был йүнәлеше өмөтлө, әммә ҡорамалдар иҫкергән – балалар табиптары улар менән 1997 йылдан бирле эш итә.

Анестезиология һәм яңы тыуған сабыйҙар реанимацияһы бүлексәһендә  неонатологтар етлекмәй тыуған балаларҙы нисек ҡарауҙарын күрһәтте һәм был турала һөйләне. Программа сиктәрендә сабыйҙарҙы ҡарау өсөн камиллаштырылған өҫтәмә бокстар һатып алынасаҡ, тимәк, табиптар ауыр хәлдәге ҡайһы баланы тәү сиратта дауаларға, тигән һайлау алдында тормаясаҡ.  

Республика балаларына юғары технологиялы медицина ярҙамының сифатын күтәреү — был комплекслы программаның төп маҡсаты, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәте Премьер-министры.

Медицина кадрҙары проблемаһын да оноторға ярамай, тип хәтергә төшөрҙө Раил Сарбаев. Әлеге мәлдә табиптарҙың 19 проценты пенсионер, киләсәк хаҡында уйларға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Премьер-министр «БР территорияһында ауыл ерендә урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы тураһында» закон проектын ҡарарға тәҡдим иткәйне. Документ ауыл табиптарына махсус шарттарҙы күҙаллай: әгәр белгес биш йылға хеҙмәт килешеүе төҙөй икән, уға 100000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата ярҙам һәм 3 йыл дауамында 7000 һум күләмендә эш хаҡына  өҫтәмә түләнәсәк.

темалар: һаулыҡ һаҡлау