8 декабрь, Кесе йома

21 июнь 2010 йыл, 16:00

Етем балаларға һөнәри белем биреү өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ

автор: Алтын Аҡылова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда БР Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов етәкселегендә республиканың балалар йорттарынан сығыусыларҙы һөнәри белем биреү учреждениеларына урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрелде.

Кәңәшмәгә БР Мәғариф министрлығының профессиональ белем биреү бүлектәре начальниктары, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн дәүләт учреждениелары директорҙары саҡырылды.  

«Балалар йорттары һәм уларҙа тәрбиәләнеүселәр проблемаларын хәл итеүгә республика етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре күптән түгел  Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында тикшерелде, унда БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев был категория балаларҙы интернаттан сыҡҡас мотлаҡ күҙәтеүгә алыуҙы тәьмин итеүҙә башҡарма власть органдарының ведомство-ара эш итеүен көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды», – тип билдәләне Альберт Ҡорманов.

Республикала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпте тамамлаусы бер бала ла урта махсус йәки юғары уҡыу йортона барырға планлаштырмаған балалар йорттары бар, тип айырып билдәләнде. «Ҡайҙа булһа ла урынлаштырылһа, булды» принцибынан сығып эш иткән бындай ҡарашты мотлаҡ ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Балалар йорттары хакимиәттәре эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тәрбиәләнеүселәрҙә ныҡлы тормош позицияһы, аҙаҡтан хеҙмәт баҙарында уларҙың талап ителеүен тәьмин итерлек һөнәри белем алыу кәрәклеген аңлау тәрбиәләү торорға тейеш. Бөгөн республикала йәштәребеҙ бөтә кимәлдәрҙә лә сифатлы белем алыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн күп эшләнә. Был процестан етем балалар ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Етмәһә, дәүләт тарафынан улар өсөн урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына ингәндә махсус льготалы шарттар ҡаралған.  

Фекер алышҡандан һуң кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдына тәғәйен бурыс ҡуйылды – балалар йорттарынан сығыусыларҙың шәхси һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, уларҙың барыһын да профессиональ белем биреү учреждениеларына уҡырға индереүҙе тәьмин итергә.

БР Мәғариф министрлығына балалар йорттары етәкселәренә уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләһендә ойоштороу һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтергә йөкмәтелде.