4 декабрь, Йәкшәмбе

21 июнь 2010 йыл, 15:43

Эҫе һәм ҡоро буласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда артабан да яуым-төшөмһөҙ эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ. Был турала дүшәмбелә БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡ начальнигы Юрий Ферапонтов хәбәр итте.

Июндең икенсе декадаһы Башҡортостанда ҡоро булды – республиканың айырым райондарында ғына яуым-төшөмдәр үтте, уныһы ла норманан 30 процент күләмендә генә. Дөйөм алғанда бар вегетация осоронда яуым-төшөмдөң дөйөм күләме 70 миллиметрҙан ашманы (норма – 120 миллиметр).

Был аҙнала һауа торошо антициклон характерҙа буласаҡ. Бөгөн-иртәгә термометр бағанаһы төндә плюс 14-19 градусты һәм көндөҙ 26-28 градусты күрһәтәсәк.

Шаршамбынан алып көндәр эҫегә тартасаҡ. Төнөн плюс 19 градус тирәһе булһа, көндөҙ эҫе 33-36 градусҡа етәсәк.

Июль дә аграр сектор өсөн уңышһыҙ булмаҡсы. Шундай уҡ антициклон һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк. Июлдең беренсе декадаһында ямғырҙар көтөлмәй. Икенсе-өсөнсө декадала ҡыҫҡа ваҡытлы һәм интенсив булмаған ямғырҙар булыуы ихтимал.

— Дым аҙ буласаҡ, — тип һығымта яһаны Юрий Ферапонтов.