9 декабрь, Йома

21 июнь 2010 йыл, 13:58

Белметкомбинат продукцияһы – «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы лауреаты

автор: Юлай Мәғсүмов

Белорет металлургия комбинаты продукцияһы, «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы лауреаты исемен яулап, сираттағы тапҡыр юғары сифатын раҫланы. «Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинатында ГОСТ 52544-2006 стандартына ярашлы әҙерләнгән тимер-бетон конструкцияларҙы арматурлау өсөн В500С класы профилендәге иретеп йәбештереү арматура прокаты «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы лауреаты тип танылды.

Был республика конкурсында еңеү автоматик рәүештә Белорет металлургтарына «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» федераль конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Был ике конкурста ла БМК 2003 йылдан алып ҡатнаша. Ете йыл дауамында предприятие продукцияһы «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Программаһында «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында беренсе дәрәжә дипломдар яуланы.

Продукция-еңеүсе Белорет металлургия комбинатында 2009 йылдың сентябренән GCR итальян фирмаһы ҡорамалы комплексында етештерелә. Бөгөн һыуыҡ килеш  деформацияланған арматура прокаты киң талап ителгән продукция төрө булып тора.