Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

«Ун иң яҡшы инновацион идея» конкурсына заявкалар йәй аҙағына тиклем ҡабул ителә

Иҡтисад

«Башҡортостан Республикаһының ун иң яҡшы инновацион идеяһы» республика инновацион проекттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү 31 авгусҡа тиклем оҙайтылды. Был турала конкурсты ойоштороусы – БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

Конкурстың маҡсаттары: Башҡортостан иҡтисадына яңы перспективалы технологияларҙы индереү, инновацион производстволарҙы үҫтереү, республика тауар етештереүселәре продукцияһының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү, яңы продукция үҙләштереү һәм уны баҙарға сығарыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын республиканың инновацион үҫеш проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итеү.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс комиссияһы конкурстың ун еңеүсеһен билдәләйәсәк, уларға еңеүселәр дипломдары тапшырыласаҡ һәм субсидиялар биреләсәк. Конкурстың бер еңеүсеһенә субсидиялар суммаһы 150 мең һумдан ашмаясаҡ.

Еңеүселәргә субсидия биреү ҡорамалдар, комплектлау материалдары һәм сеймал һатып алыуға һәм ҡуртымға алыуға, макет һәм тәжрибә өлгөһө әҙерләүгә, маркетинг тикшеренеүҙәре үткәреүгә, инновацион проект сиктәрендә интеллектуаль милек хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеүгә, тәжрибә өлгөһөн һынау һәм сертификациялауға, эшсе конструктор документацияһын әҙерләүгә сығымдарҙы компенсациялау формаһында тормошҡа ашырыла.

Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар составы БР Хөкүмәтенең 2009 йылдың 15 апрелендәге ҡарары менән раҫланған «Башҡортостан Республикаһының ун иң яҡшы инновацион идеяһы» республика инновацион проекттар конкурсы тураһында Положение менән билдәләнгән. Ентекле мәғлүмәттәр – www.minpromrb.ru сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть