7 декабрь, Шаршамбы

21 июнь 2010 йыл, 11:30

Стәрлетамаҡ районында 47 мең центнерҙан ашыу ит һатылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарында 53 мең центнерҙан ашыу ит һәм 18 мең тоннанан ашыу һөт етештерелде. 47 мең центнерҙан ашыу ит һәм 16,5 мең тоннанан ашыу һөт һатылды. Был турала Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Александров хәбәр итте. Һыйыр малының уртаса тәүлек артымы – 672 грамм, сусҡаларҙың 502 грамм тәшкил итә.

— Былтыр Стәрлетамаҡ районының тулайым продукция күләме 6,4 миллиард һумға етте. Уның иң күп өлөшөн ауыл хужалығы продукцияһы тәшкил итте, — тип билдәләне Владимир Емельянович. — 2009 йылда тулайым иген һуғып алыу ҙа юғары булды – 210 мең тонна. Был республикала бөтә йыйып алынған игендең 5,5 проценты. Иген етештереү – райондың бөтә эшсәндәренең төп эш секторы. Был йүнәлештә резервтар байтаҡ. Шул иҫәптән механизаторҙарҙың оҫталығы, техника кимәле һәм башҡалар. Районда малдың продуктлылығы юғары. Хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында йыл һайын 26 мең тоннанан ашыу мал һәм ҡош-ҡорт ите, шулай уҡ 80 мең тоннанан ашыу һөт етештерелә. Көн һайын беҙ 140 тоннанан ашыу һөт һатабыҙ. Был республика буйынса ғына түгел, шулай уҡ бөтә ил күләмендә ярайһы уҡ тос күрһәткес.

Хакимиәт башлығы урынбаҫары райондың төҙөлөш индустрияһындағы эштәр торошо тураһында ла һөйләне. Уның әйтеүенсә, бөгөн Төрөшлө ауылында 100 кеше ҡабул итерлек поликлиникаһы менән 50 койка-урынлыҡ участка дауаханаһы төҙөү тамамлана. Шулай уҡ Ашҡаҙар йылғаһы аша күперҙе төҙөп бөтөргә планлаштырыла.