Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика ҡурайсылар бәйгеһе Гран-прийын Сибайҙан Нурғәли Кәйекбирҙин яуланы

Йәмғиәт

«Бәйге» ҡурайсылар конкурсы Гран-прийын Сибайҙан Нурғәли Кәйекбирҙин яуланы. Мәғлүм булыуынса, был ижади ярыш Х юбилей республика Ҡурай байрамы сиктәрендә Октябрьский ҡалаһында үткәрелде. Әгәр былтыр унда 160 самаһы кеше ҡатнашһа, быйыл иһә Башҡортостандың алты ҡалаһынан һәм 19 районынан, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 230-ҙан ашыу башҡарыусы үҙ оҫталығын күрһәтергә йыйылды.  

"16 йәштән өлкәнерәк солистар" номинацияһында Дүртөйлөнән Инсур Йосопов (I урын), өфөлөләр Рәдиф Бохарбаев, Венер Йылҡыбаев, Учалы районынан Фәйез Шәрипов  (II урын),  Өфөнән Ғаяз Ялмурзин, Самат Кинйәбаев, Марсель Вахитов, Баймаҡ районынан Айнур Әминев (III урын) жюриҙың иң юғары баһаһына лайыҡ булды.  

«Халыҡ ижадына тоғролоҡ өсөн» дипломын Силәбе өлкәһенән Денис Хәлимовҡа тапшырҙылар.

16 йәштән кесерәк солистарҙан өфөлө Арыҫлан Оморҙаҡов (I урын), Туймазынан Альберт Лотфуллин һәм Өфөнән Айназ Низаметдинов (II урын), Дүртөйлөнән Азат Хазиев, Әбйәлил районынан Азамат Итикәев, Өфөнән Мөхәмәт Ураҙбаев (III урын) билдәләнде.

Кесе йәштәгеләр төркөмө ансамблдәре араһында «Берҡаҙан» (Дәүләкән районы), «Хазина» (Туймазы), «Йәнгүзәй» (Баймаҡ районы), «Ҡолонсаҡ» (Шишмә районы), «Сатҡылар» (Йәрмәкәй районы), «Ялан моңдары» (Хәйбулла районы) коллективтары, шулай уҡ Дүртөйлө,  Борай, Баҡалы райондарынан коллективтар "Бәйге" лауреаттары булды.  

Ырымбур өлкәһенең Александровский районынан «Инеш» ҡурайсылар ансамбле диплом менән билдәләнде.

Өлкән йәштәгеләр төркөмөндә призлы урындар Сибай сәнғәт колледжынан ҡурайсылар ансамбленә, «Байыҡ» (Сибай) һәм «Аманат» (Октябрьский) коллективтарына бирелде.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть