5 декабрь, Дүшәмбе

21 июнь 2010 йыл, 10:14

Сәйетҡол ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов, Эльмира Сабирова

Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында тантаналы рәүештә яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Бындай күркәм ваҡиға айҡанлы бында төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатыуында Республика Президенты Мортаза Рәхимов булып китте.

Ауылда социаль-мәҙәни үҙәк асыу тураһында ҡарар уҙған йылда, мәктәп асылғандан һуң ҡабул ителә. Әйтергә кәрәк, районда йыл һайын тыуым арта. Быйыл беренсе класҡа уҙған йыл менән сағыштырғанда дүртәүгә күберәк бала килгән. Дөйөм алғанда 2015 йылға тиклем мәктәптә 70-ләп бала уҡыясаҡ.

Социаль-мәҙәни үҙәк Сәйетҡолдоң тарихи әһәмиәткә эйә бинаһында урынлашҡан. 1862 йылда бында дүрт корпустан торған кантон идаралығы төҙөлә. Совет осоронда ул һөнәрселек училищеһына әйләндерелә, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында балалар йорто урынлаша. 60-сы йылдар башында был биналар мәктәпкә бирелә. Һәм үткән йылдың аҙағына тиклем бинала балалар белем ала. Төҙөлөш эштәре иһә 2010 йылдың ғинуарында башланған. Реконструкциянан һуң бында социаль-мәҙәни үҙәк урынлаша (клуб, музей, фельдшер-акушерлыҡ пункты, умартасылыҡ үҙәге, йәш белгестәр өсөн ятаҡ, ҡаҙанлыҡ). Биналарҙың береһе мәктәп оҫтаханаһына бирелгән. Ағымдағы йылдың яҙынан алып уҡыусылар район һәм мәктәп хакимиәте инициативаһы менән умарталар етештерә башлаған. Әлеге ваҡытта 20 умарта файҙаланыуға әҙер.

Президент биналарҙы ҡараны, балалар, почта һәм акушер-фельдшерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ БР һәм РФ-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәктәп һәм балалар йортоноң  элекке директоры Хәсән Мәзитов менән аралашты.

Күгәрсен районы хакимиәте объект төҙөлөшөнөң заказсыһы булып сығыш яһаған, ә генераль подрядсыһы – “Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Республика бюджетынан үҙәкте реконструкциялауға һәм ҡорамалдар һатып алыуға 18 миллион һум йәлеп ителгән.