6 декабрь, Шишәмбе

21 июнь 2010 йыл, 9:41

22 июндә Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә арналған тантана үткәрелә

автор: Николай Ермоленко

22 июндә 14 сәғәттә Өфөлә Республика Хәрби дан музейында Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы тарафынан ойошторолған Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә арналған тантана үткәрелә. Тантана барышында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән, Өфөнән саҡырылған һалдаттарға һәм офицерҙарға арналған “Хәтер. 1941-1945. Өфө” («Память. 1941-1945. Уфа») китабын презентациялау үткәреләсәк.  

Үҙ методикаһын ҡулланып эҙләнеү эше алып барыу һөҙөмтәһендә , БР Эҙәрмәндәр отрядтары фонды күп кенә хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәттәрҙе аныҡлай, 245 яугирҙың ерләү урынын билдәләй, 347 һалдат һәм офицер тураһында булған мәғлүмәттәрҙе тулыландыра алды.

Китапты презентациялау тантанаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, эҙәрмәндәр, власть органдары һәм йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар һәм офицерҙарҙың туғандары ҡатнашасаҡ.