5 декабрь, Дүшәмбе

18 июнь 2010 йыл, 17:57

Башсельхозтехника иҫке техниканы яңыһына алмаштырыу программаһын ғәмәлгә ашыра

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы яңы программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы башлай. Ул ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу өсөн әҙерләнгән һәм иген менән мал аҙығы урыусы иҫке комбайндарҙы яңыһына алмаштырыуҙы (утилләштереүҙе) күҙ уңында тота.

Үҙ быуатын тултырған баҫыу караптарын тапшырып, аграрийҙар ҙур ташламалар менән Агромашхолдинг маркаһындағы яңы машиналарҙы һатып алыуға мөмкинлек аласаҡ.  

Һәр ауыл хужалығы тауарын етештереүсе был программала ҡатнаша ала.  Бының өсөн Башсельхозтехниканың дилер үҙәгенә артабанғы утилләштереү менән комбайнды учеттан төшөрөү тураһында белешмә тапшырырға кәрәк. Белешмәне Дәүләт техник күҙәтеүҙең урындағы бүлексәһе бирә. Бынан тыш, предприятиеңдың төп средстволары балансынан сығарыу тураһында акттың күсермәһе лә кәрәк буласаҡ.

Документтар тапшырғандан һуң ҡулланыусыға Красноярск комбайндар заводында етештерелгән яңы комбайнды һатып алғанда 250000 һум алыуға хоҡуҡты раҫлаусы Агромашхолдингтың номерлы сертификаты бирелә.

Ошондай уҡ тәртип, сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙы иҫәпкә алмағанда, урман әҙерләү техникаһын һатып алғанда ла ҡаралған (дилер 200000 һумға сертификат бирә).

Ә харвестер һатып алғанда 2000000 һумға сертификат тапшырыла.

Файҙаланыуҙан алынған техниканы тапшырыуҙың талап ителмәүе был программаның өҫтөнлөгө булып тора. Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр өсөн был эште күпкә еңелләштерә. Иҫке техника хужалыҡта ҡала, һәм крәҫтиән уның менән нимә эшләрен үҙ мәнфәғәтенән сығып хәл итеүгә хоҡуҡлы.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Башсельхозтехникаға шылтыратып белешергә мөмкин: (347) 272-13-01, 229-59-72.