Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

ӨМЭПБ-ла бөтә Рәсәй йәш токарҙар конкурсы бара

Иҡтисад

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Рәсәй авиация сәнәғәте предприятиеларында эшләгән йәш токарҙәрҙең IV йыл һайын үткәрелеүсе һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтә. Бөгөн конкурсанттар, ике төркөмгә бүленеп, ваҡытҡа һәм теүәлеккә һыҙма буйынса деталь эшләүҙә ярыша, шулай уҡ теоретик әҙерлеген күрһәтә.

Әйтергә кәрәк, был конкурс «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте инициативаһы буйынса үткәрелә һәм эшсе белгеслегенең абруйын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Быйыл ул июлдә билдәләнәсәк Өфө мотор заводының 85 йыллығына арналған.  

Конкурста «Иркут» фәнни-производство корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Сатурн» фәнни-производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Инкар» Пермь агрегат берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ҡазан моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа предприятиеларҙан белгестәр ҡатнаша. «Өфө моторҙар эшләү производсто берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мотор» фәнни-производство предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө агрегат производство берекмәһе» ФДУП-ы һәм «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте токарҙары Башҡортостан исеменән сығыш яһай. 35 йәшкә тиклемге 30 кеше иң яҡшы белгес исеменә дәғүә итә.

ӨМЭПБ данын дүрт йәш белгес яҡлай: Сергей Копылов, Александр Золотарев, Рөстәм Солтангиров һәм Олеся Плакса. Улар барыһы ла конкурста беренсе тапҡыр ҡатнаша. Тәүҙә йәштәр һайлап алыу турын үткән, уның барышында 53 ҡатнашыусынан иң яҡшы дүрт белгес һайлап алынған. ӨМЭПБ-ның йәштәр менән эшләү бүлеге начальнигы Яков Вечеров хәбәр итеүенсә, Олеся Плакса, конкурсанттар араһындағы берҙән-бер гүзәл зат, алдына ҡуйылған мәсьәләне еңел үтәп сыҡҡан. Ул эшләгән деталь юғары сифатлы булған. Хәҙер бар токарҙар ҙа конкурстың ҡәтғи шарттарында ҡорамалдар һәм инструмент менән эш итеүҙәрен, теорияны белеүҙәрен күрһәтәсәк. Уларға металдарҙы белеүгә, механик эшкәртеү, стандартизация, хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы, Хеҙмәт кодексы һәм башҡалар буйынса һорауҙар тәҡдим ителгән.

Конкурс аҙағында йола буйынса  ярышҡа тантаналы йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр тейешле наградаларын аласаҡ. Приз фонды 100 мең һум тәшкил итә. Беренсе урын өсөн 30 мең һум ҡаралған, икенсе ике урын өсөн – 20-шәр мең һәм өс өсөнсө урын өсөн 10-ар мең һум биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть